Дервиш Хан - Айгөлөм

Описание к видео Дервиш Хан - Айгөлөм

Дәрүиш Хан - Айгөлөм

Дуҫтар кеүек кенә
Осраша инек.
Бергә булырбыҙ тип
Уйламай инек.

Ләкин үтә йылдар,
Һыу кеүек аға.
Уйланырға ваҡыт -
Ғүмерҙәр уҙа.


Айгөлөм, Айгөлөм!
Аңла мине, һөйөклөм.
Айгөлөм, Айгөлөм!
Һиндә генә куңелем.

Ҡалалар, ауылдар
Беҙҙең арала,
Һинән гүзәллерәк
Ҡыҙ юҡ донъяла.

Тиҙерәк яуап бир!
Әйт миңә, йәнем,
Булаһыңмы, юҡмы
Минең һөйгәнем?

Айгөлөм, Айгөлөм!
Аңла мине, һөйөклөм.
Айгөлөм, Айгөлөм!
Һиндә генә куңелем.

Комментарии

Информация по комментариям в разработке