Радик Гареев -Туҡтаны моң

Описание к видео Радик Гареев -Туҡтаны моң

Радик Гареев -Туҡтаны моң
(Гөлшат Әхмәтҡужина һүҙ., Салауат Низаметдинов муз.)

Туҡтаны моң, телдәремдән ысҡыналмай ҡалды һүҙем,
Туҡтаны моң, өлгөрмәнем, киттем ситкә,
Мин йәнәһе сабыр, түҙем, мин йәнәһе сабыр, түҙем.

Көтмәнеңме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдың һуң, ниңә кинәт юғалдың һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

Туҡтаны моң, йөрәгем дә ҡапыл шулай туҡтап ҡалды,
Туҡтаны моң, нисә йылдар көтмәнемме,
Бөгөнгөләй яҡты таңды, бөгөнгөләй яҡты таңды.

Көтмәнеңме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдың һуң, ниңә кинәт юғалдың һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

Туҡтаны моң, инде йәме һүҙҙәремде әйтә алмам,
Туҡтаны моң, тик ғүмергә әрнеп-һыҙлап,
Йөрәгеңдә һинең яраң, йөрәгеңдә һинең яраң.

Көтмәнеңме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын,
Ниңә кинәт юғалдың һуң, ниңә кинәт юғалдың һуң?
Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын.

Комментарии

Информация по комментариям в разработке