ТЫУҒАН ЕРЕМ - ИЗГЕ ТӨЙӘГЕМ

Описание к видео ТЫУҒАН ЕРЕМ - ИЗГЕ ТӨЙӘГЕМ

БАШҠОРТОСТАН, БАЙМАҠ РАЙОНЫ, СОСНОВКА АУЫЛЫ

Сал ҡылғандар илен төйәк иткән
Тыуған ауылым –изге бишегем.
Таралһаҡ та, һәр саҡ атай йорто
Ҡаршы ала асып ишеген.

Туҡ башаҡтар йырын тыңлай- тыңлай
Баҫыу киңлектәрен иңләйем.
Гәрәбәләй бешкән иген йырын
Бишек йырҙарына тиңләйем.

Сосновкама бәхет- ырыҫ өҫтәй
Яңғырап китһә аҙан тауышы.
Бар тирә-яҡ зекер әйтә кеүек
Күңелдәргә тула һулышы.
Гөлдәр Әхмәҙишина

#башҡортостан #башкортостан #тарих #башкирия #дин

Комментарии

Информация по комментариям в разработке